Иглин районында сыҡҡан янғында ике баланың ғүмере өҙөлдө

Иглин районында сыҡҡан янғында ике баланың ғүмере өҙөлдө 09.11.2015

Асыҡланыуынса, йәкшәмбе көн йорт хужабикәһе өс балаһын яңғыҙ ҡалдырып, һыу алырға сыға. Ошо мәлдә йортта ут тоҡанып китә.

Ваҡиға урынына килеп еткән күршеләре алты йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡала. Ҡыҙҙың 3 йәшлек һеңлеһе  менән 4 йәшлек ҡустыһының кәүҙәләрен ҡотҡарыусылар янғын һүндергәндә таба.  Оператив мәғлүмәттәр буйынса, ут ҡазаһы малайҙың шырпы менән уйнауынан сыға. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ буйынса тикшереү бара, барлыҡ сәбәптәр асыҡлана. Янғын-техник һәм суд-медицина экспертизалары тәғәйенләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика