Иглин районында полицейскийҙар төнгө бурҙы ҡулға алды

Иглин районында  полицейскийҙар төнгө бурҙы ҡулға алды 23.07.2014

Мәкерле уйлы кешенән зыян күреүселәр матди юғалтыуҙарын иҫәпләп кенә ҡалмай, тәҙрә быялаларын да алмаштыра.  

Саҡырылмаған төнгө ҡунаҡ арҡаһында сауҙа нөктәһе 17 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Иртән эшкә килеүселәр бина ишегенең боҙолоп бикләнеүен, ә кәштәләге тауарҙарҙың аҫты-өҫкә килтерелеүен күрә. Билдәһеҙ уғры  балыҡтан һыраға тиклем - ҡулына нәмә эләгә  барыһын да алып сығырға тырышҡан. Кибет хужалары полицияға мөрәжәғәт иткәс, ошоға оҡшаш осраҡтарҙың Иглинда быға тиклем дә теркәлеүе асыҡлана. Бур кеҫә телефондары менән сауҙа итеүсе ике салонға һәм аҙыҡ-түлек магазинына ла төшкән. Бөтә ерҙә лә ул бер төрлө эш иткән - тәүҙә тәҙрәләрҙе ватҡан һәм сигнализация тауыш бирмәһә эскә үткән. Һөҙөмтәлә барлыҡ осраҡтарға ла бер кешенең  - быға тиклем дә хөкөм ителгән 24 йәшлек ирҙең сәбәпсе булыуы  асыҡлана. Йәш кешене уның таныш ҡатынының фатирында ҡулға алалар. Шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре урланған планшет компьютерҙары һәм кеҫә телефондарын да таба.  
Алена Давыдова, Иглин районы буйынса район-ара эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе: «Был кеше һаҡ аҫтына алынды. Уға ҡарата «Уғрылыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше асылды. Был статья буйынса  5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҡаралған».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку