Иглин районында 59 йәшлек ҡатын автомобилгә тапалып һәләк булған

Иглин районында 59 йәшлек ҡатын автомобилгә тапалып һәләк булған 26.12.2016

Фажиғә Өфө - Иглин - Красная Горка автомобиль юлының 16-сы километрында теркәлә. Юл аша сығып барған ҡатын 20 йәшлек водитель ултырған Дэу-Нексия тәгәрмәсе аҫтында ҡала. Алған тән йәрәхәттәренән ул ваҡиға урынында йән бирә. Ауылдан ситтә фажиғәгә тарыусы йәйәүленең өҫ кейемендә яҡтыртыусы элементтар булмай.      

Тағы ла бер юл ҡазаһы Шишмә районында, Һамар - Өфө - Силәбе трассаһында теркәлә.  Бында Ланд-Роверға  идара итеүсе 62 йәшлек водитель ҡаршы юлдағы Фольксваген Тигуан автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә водитель үҙе һәм салондағы 52 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатыла.  Фольксваген Тигуандың Шишмәәл йәшәүсе водителе менән уның пассажиры шулай уҡ дауаханаға һалынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика