Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында туғыҙ йәшлек үҫмер һыуға батып һәләк булды

Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында туғыҙ йәшлек үҫмер һыуға батып һәләк булды 25.05.2016

Үткән тәүлектәге фажиғә балалар хәүефһеҙлеге һәм ғүмере өсөн яуап биреүсе өлкәндәрҙең үҙ бурысына, биләгән вазифаһына ҡарашын  күрһәтте.

Яҙғы ташҡындан һуң Ләмәҙ күптән  үҙ ярҙарына ҡайтҡан. Әммә борғаланып ағыусы йылға мәктәп йәшендәге ир баланың ғүмерен алыр тип берәү ҙә башына ла индермәгән.
Алмаз Әхмәтйәнов һуңғы ҡыңғырау байрамын да, ошо көндө үтәсәк тыуған көнөн дә түҙемһеҙләнеп көткән булған. Бер көн алда кис мәктәптең өс уҡыусыһы, шул иҫәптән Алмаз мәктәп алдында ҡоролған клумба сәскәләренә һыу алып ҡайтып һибер өсөн  бер туған апаһы һәм һеңлеләре менән  Ләмәҙ буйына килгән. Балаларҙың өлкәнерәктәре  текә ярҙа эре таштар ятҡан йылғанан һыу алам тигәндә, ташҡа яланаяҡ баҫып торған Алмаз торған тайып китеп  һыуға ҡолай. Малайҙы  көслө һыу ағымы ағыҙып алып китә.
Күҙ асып-йомған арала булған аяныслы хәл-ваҡиғаның шаһиттары булған балалар :"Беҙ гөлдәргә һыу алып килер өсөн тәрбиәсе рөхсәте менән һыу буйына киттек" тиҙәр.
Мәктәптә ай һайын хәүефһеҙлек дәрестәре үткәрелеп, уҡыусыларға ҙур һыу янында рөхсәтһеҙ йөрөүҙең хәүефле булыуы ҡат-ҡат аңлатылған. Йылға интернаттан   йөҙ метр алыҫлыҡта ғына ята. Унда әлегә һыу буйында һаҡ булығыҙ тигән бер ниндәй ҙә иҫкәртеү билдәләре юҡ.
Күмәк бала тәрбиәләүсе Әлфиә менән Фидан  Әхмәтйәновтар Тәкәй ауылында йәшәгән. Улдары Алмазды һәм башҡа балаларын олатайҙарына яҡын булһын өсөн Ләмәҙ мәктәбенә уҡырға биргәндәр. Ғаилә тулы һәм өлгөлө йәшәү рәүеше алып барған. Үҙ ғәзиздәре  янына тәрбиәгә өс бала алғандар. Балалар үҙ-ара татыу үҫкән.
Йылға-күлдәр  янында йәшәүсе халыҡ һыуҙан файҙа ғына түгел, йыш ҡына зыян да күрә. Ҡырҡ йыл элек Ләмәҙ йылғаһын кәмә менән сыҡҡанда ете интернат уҡыусыһы бата, уларҙың береһен генә ҡотҡаралар. Аяныслы мәғлүмәттәр бының менән генә сикләнмәй. Әммә халыҡ хәүефле йылғаның текә ярҙарынан һыуға йөрөүен дауам итә.
Бөгөн Ләмәҙ мәктәбе уҡытыусылары һәм тәрбиәселәренән  тәфтиш төркөмө һорау алды. Туғыҙ йәшлек малайҙың үлемендә ғәйеплеләрҙе тикшереү асыҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку