Иглин районы Сыбаҡай ауылында өс бала уттан зыян күрҙе 30.08.2016

Әле улар баш ҡаланың тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә. Табиптар әйтеүенсә, балаларҙың ғүмеренә хәүеф янамай. 2 һәм алты йәшлек ҡыҙҙар еңелсә һөрөмдән ағыуланһа, ете йәшлек малайҙың арҡаһы бешкән.

Тәҙрәләрҙе хәҙер йыуып ҡына таҙартырлыҡ түгел . Ҡыҙыу утта улар ирей ҙә башлаған. Ут шул тиклем көслө һәм йәшен тиҙлегендә янды, нисек әле йортто тулыһынса ялмап алманы, ти күршеләр. Ауыл халҡы һәм тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыусылар ярҙамында ғына ялҡынды башҡа өйҙәргә таралмаҫ борон туҡтатып ҡалғандар.
Ут дүшәмбе киске сәғәт алтынсылар тирәһендә сыға. Көслө янғында йорт-ҡуранан бер нимә лә ҡалмаған. Фажиғә көнөндә өй эсендә 7, 6 , ике йәшлек һәм туғандарының тағы ла 4 йәшлек   бәләкәй бала , 80 йәшлек өләсәләре була. Улар бәләнән көс-хәл менән  ҡотолоп өлгөрә.
Йәнәһе лә, улар күмәкләп компьютерҙан йәнһүрәт ҡарап ултырған. Был ваҡытта өйҙә ололарҙан 80 йәшлек өләсәләре генә булған. Ата-әсә эшкә китә.  Әгәр ете йәшлек улыбыҙ  һеңлеләрен уттан сығарып өлгөрмәһә янғын фажиғәле тамамланыр ине, ти әсә кеше.
Мариэтта Бархатова, зыян күреүсе: «Янғынды шәйләп ҡалғас өйҙән сығырға маташҡандар. Ләкин ут ишек алдын ялмап алған була. Өләсәләре, өлкәнерәк ҡыҙҙар сығып өлгөрә. Ә ике йәшлек балабыҙ ятып ҡала. Уның артынан улыбыҙ кире  инә. Күтәреп сығып барғанда арҡама ут тоҡанды тип һөйләне. Улар йорт эсендә булғандар. Ә ут бит бөтөнлдәй ситтә, аҙбар артында тоҡанған».
Ҡотҡарыусылар иһә янғын сәбәптәрен тап балалар шуҡлығына бәйләй. Йәнәһе лә улар тап ут сыҡҡан һарай эсендә уйнаған.
Павел Сабитов, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторы: «Күрәһең, өләсәләре өйҙә булғанда балалар шырпы тапҡан. Һарайҙа уйнап йөрөгәндәрендә ут тоҡандырып маташҡандар. Янғын сыҡҡас  уны үҙҙәре һүндереп ҡараған. Шул ваҡытта тәндәре бешкән дә инде».
Әле балаларҙың ғүмеренә хәүеф янамай.  Шулай ҙа ете йәшлек малай ғына беренсе синыфҡа тиҫтерҙәренән һуңлап барасаҡ. Ул һеңлеләрен ҡотҡарам тип утҡа ингән һәм тәне нығыраҡ бешкән. Хәйер, был фараздарҙы әле дәлилләргә кәрәк, ти ҡотҡарыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика