Иглин районы үҙәгендә теркәлгән янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө 19.12.2014

Шаһиттар әйтеүенсә, уттың тиҙ арала таралыуына көслө ел булышлыҡ иткән.  Урындағы янғын һүндереү часының дежур бүлеге  тәүге хәбәрҙе  төнгө беренсе бер минутта ала. Ҡотҡарыусылар килеүгә күршелә йәшәүсе ир янып торған  йорт эсенән дүрт кешене алып сыға. Әммә уларҙың өсәүһен ҡотҡарырға һуң була.

Йорт хужаларының береһе  ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Асыҡланыуынса, баҡса йортонда  ике буйҙаҡ бер туғандар  йәшәгән. Фажиғә көнөндә шулай уҡ өйҙә 51 йәшлек ҡатын менән 35 йәшлек ир ҙә була. Күршеләре уларҙың спиртлы эсемлектәр менән мауығыуын йыш күрә. Янғындың ниндәй сәбәп менән сығыуы әлегә билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғынға электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булыуы ихтимал.
Ринат Хәлиуллин:  «Мин әсәйемә килгәйнем, ул яҡында ғына йәшәй. Төнгө ун икеләр тирәһендә тәҙрәнән ут телдәре күреп ҡалдым. Тиҙ генә кейенеп ярҙамға йүгерҙем. Күрше менән ҡар ырғытҡыланыҡ. Өйҙө ут ялмап алғайны. Өҫтөмә бер биҙрә һыу һибеп таҫтамал менән урандым да йорт эсенән индем. Бер-бер артлы дүрт кешене алып сыҡтым. Береһе иҫән ҡалды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика