Һигеҙ йәшлек малай маршрут автобусы тәгәрмәсе аҫтында ҡалған

Һигеҙ йәшлек малай маршрут автобусы тәгәрмәсе аҫтында ҡалған 30.11.2017

Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн Өфөнөң Октябрь проспекты менән Чудинов урамы киҫелешендә теркәлде. Зебра аша үтеп барған йәйәүле баланың өҫөтөнә «Форд» транзит микроавтобусы барып менде. Мәктәп уҡыусыһы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Шаһиттар билдәләүенсә, бала юл аша светофорҙың йәшел утына сығып барған. Осраҡ буйынса әле тикшереү бара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы иһә махсус иҫкәртеү саралары тураһында иғлан итте. Ул «Йәйәүле» тип атала. Исеменән үк аңлашылыуынса, операция водителдәр араһында йәйәүлеләргә ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙәләр барыһы өсөн дә яҙылған. Инспекторҙар  рөхсәт ителмәгән  урындарҙа юл аша сығыусы йәйәүлеләрҙе лә иғтибарға аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку