Иғтибарһыҙлыҡмы, әллә юл ҡағиҙәһен һанға һуҡмаумы?

Иғтибарһыҙлыҡмы, әллә юл ҡағиҙәһен һанға һуҡмаумы? 19.09.2017

Бөгөн иртән Өфө-Нуғай юлында «Рено» автомобиле менән күмер тейәгән тауар поезы бәрелеште.  Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, семафорҙың ҡыҙыл уты янып тороуға ҡарамаҫтан, фажиғәгә тарыған водитель тимер юлы аша үтергә теләй. Ошо ваҡыт иномарканы юл ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоп икенсе автомобиль уҙып китә.  

Тап шуның өсөн руль артындағы ҡатын ҡапыл туҡтарға мәжбүр була. Ошо мәлдә уға юғары тиҙлектә килеүсе поезд килеп бәрелә. Аварияла 56 йәшлек  водитель үлемесле яралана. Был бөгөнгө урында теркәлгән беренсе фажиғә генә түгел. Шуға ла күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында халыҡ үткәүел төҙөү башланғысы менән даими сығыш яһай. Әммә әлегә мәсьәләнең ҡасан хәл ителәсәге билдәһеҙ.
Уның ҡарауы, әлеге көндә ошондай хәүефле участкаларҙың береһе -  Тимашев ауылы янында үткәүел төҙөлөшө дауам итә. Күперҙең тәүге этабы 2018 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку