Иғтибар, мутлашыусы!

Иғтибар, мутлашыусы! 02.07.2015

Өфөлә үҙен коммуналь хеҙмәткәр тип танытып, ялған купюралар таратыусы ир ҡулға алынған.  Ҡорбандарын мутлашыусы юҡ-барға ышанып барыусан пенсионерҙар араһынан эҙләгән.

Хәйләкәр иргә ышанып аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусыларҙың береһе хеҙмәт ветераны Алевтина Шишкина. Ҡатын аңлатыуынса, мутлашыусыны ул  урамда осрата. Пенсионерға килгән квитанциялағы сумма дөрөҫ түгел, ысынында түләүҙәр күпкә арзаныраҡ тип ир уға коммуналь түләүҙәрҙе кәметергә вәғәҙә итә.  Мутлашыусы был айырманы Алевтина Шишкинаға шунда уҡ ҡайтарып бирергә лә тәҡдим итә. Ниндәйҙер иҫәпләүҙәр яһағас, ҡатынға 5 меңлек купюра биреп ҡайтармаһын һорай. Пенсионерҙа ирҙең аҡсаны ҡулына бирмәй өҫтәлгә һалыуы ла шик тыуҙырмай. Оло йәштәге ханым мутлашыусыға бер нисә мең һум ҡайтарып бирә. Аҙаҡ ир ниндәйҙер документ алырға онотҡанмын тип автомобиленә китә һәм ғәйеп була.
Тимур Чанышев, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы вәкиле: «Ошо уҡ схема буйынса мутлашыусы кәмендә тағы ла 10 кешене алдаған. Ғәҙәттә, уның иҫәпләүҙәре буйынса артыҡ түләнгән аҡса 1-2 мең һум тәшкил иткән, тимәк, һәр осраҡта енәйәтсе ҡулына кәмендә 4 мең һум аҡса төшөргән. Ул ҡулланған 5 меңлек купюра һәр ерҙә һатылған ябай күсермә генә».
Әле мутлашыусы ҡулға алынған. Зыян күреүселәр ирҙе таныған. Эске эштәр министрлығы граждандарҙы уяу булырға, үҙҙәрен коммуналь хеҙмәт вәкиле тип танытыусыларҙың мотлаҡ документтарын тикшерергә кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку