Иғтибар, Өфөлә йәйәүлене төкөткән водителде эҙләйҙәр

Иғтибар, Өфөлә йәйәүлене төкөткән водителде эҙләйҙәр 24.11.2014

Бөгөн иртәнге биштәр тирәһендә  ул Киров районының Ағиҙел урамында ир кешене бәреп йығып, ваҡиға урынынан ҡаса.

Йәйәүле ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған, әле уның шәхесе асыҡлана. Ваҡиға шаһиттарының 237-02-02, 237-84-80 йәки 02 номерҙары буйынса Юл-патруль хеҙмәтенең дежур бүлегенә хәбәр итеүе һорала. Телефон һандарын һеҙ экранда күрәһегеҙ. Йәйәүлегә бәйле тағы ла  бер бәхетһеҙ осраҡ Калинин районының Кенәз ауылында ла теркәлгән. 56 йәшлек ир Киров урамында  юлды йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән махсус  һыҙаттар аша сығып барғанда, уны руль артында 26 йәшлек ир ултырған  99-сы модель автомобиле тапай. Фажиғә һөҙөмтәһендә алынған тән йәрәхәттәренән, ир ваҡиға урынында һәләк булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку