Иғтибар - һауа торошо боҙола!

Иғтибар - һауа торошо боҙола! 15.03.2016

Синоптиктар  алдағы төндә һәм иртәгә республика биләмәләрендә көслө буран сығыуы хаҡында иҫкәртә. Юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе, елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға етеүе, көрт һалыуы көтөлә.

Хәбәр ителеүенсә, бөгөн көньяҡ  райондарҙа көслө буран һөҙөмтәһендә юлдарҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Юл таҙартырға ярҙамға Учалы, Миәкә һәм Бөрйән райондарынан техникалар килгән. Әлеге мәлдә төбәктә 12 берәмек техника ҡар таҙартырға сыҡҡан.  Айырыуса, Сибай -Сәрмән, Баймаҡ-Темәс, Сибай -Баймаҡ һәм Сибай -Аҡъяр йүнәлештәре күҙәтеүҙә тотола. Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн төнгә Сибай -Аҡъяр юлының ваҡытлыса ябылыуы мөмкин. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, яуым-төшөм тынмағас, ҡар таҙартыуҙың да әллә ни файҙаһы юҡ - юлды шунда уҡ кире көрт баҫа, урыны менән ҡар бейеклеге бер метрға етә.
Көслө буран әлеге ваҡытта Хәйбулла районында ла күҙәтелә. Төбәктәрҙә һауа торошоноң насарайыуын иҫәпкә алып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында оператив штаб ойошторолған. Ярҙам кәрәк осраҡта  (347) 233 - 99 - 99 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку