Иҫерек водитель – енәйәтсе

Иҫерек водитель – енәйәтсе 07.10.2017

Рулгә эскән килеш ултырған өсөн яза йылдан-йыл көсәйтелһә лә, юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһенең сәбәбе йыш ҡына алкоголгә бәйле. Быны статистика дәлилләй.  

Бөгөн Өфөнөң Киров районында күңелһеҙ ваҡиға теркәлә. Макич Симонян идара иткән машинаның юлына икенсе водитель ҡаршы сыға. Был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдерергән водитель машинаһынан сығып, һөйләшергә теләй, һәм ҡағиҙә боҙоусының иҫерек булыуын шәйләп ҡала.
Макич Симонян,ю ваҡиға шаһиты: «Беҙгә саҡ килеп бәрелмәне, әйҙә сыҡ, һөйләшәйек тип саҡырһам ишектәрен блокировать итте. Иҫерек икәнен шәйләп ҡалдым. Артынан баҫтыра башланыҡ».
Һөҙөмтәлә эскән ир идара итеү һәләтен юғалтып, боролошта «Рено» автомобиленә бәрелә. Ваҡиға урынына саҡыртылған полиция хеҙмәткәрҙәре протокол төҙөй. Административ тәртип боҙоу осрағы артабан судта тикшерелергә тейеш. Автоһәүәҫкәр ҙур күләмдә штраф түләйәсәк һәм билдәле ваҡытҡа водитель таныҡлығынан мәхрүм ителәсәк.    
2017 йылдың тәүге яртыһында иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы аварияларҙа һәләк булыусылар 40 процентҡа кәмегән. Ике мең кешенән, бер мең өс йөҙгә тиклем. Рәсәй юлдарынан көнөнә 52 миллион ярым самаһы машина үтә. Уларҙың һәр береһен күҙәтеү мөмкин түгел. Әгәр ҙә һеҙ эскән килеш руль артында ултырған водителде күрһәгеҙ, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итегеҙ. Автомобилде туҡтатыу өсөн машинаның дәүләт номеры һәм яҡынса маршруты тураһында мәғлүмәт талап ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку