Иҫерек ир урлашырға теләп ҡорамға төшкән

Иҫерек ир урлашырға теләп ҡорамға төшкән 27.01.2018

Был хәл Ишембай ҡалаһында теркәлгән. Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса 36 йәшлек ир ҡырын тейәп алғандан һуң урындағы сиркәүҙең беренсе ҡатындағы тәҙрәһен ватып бикле торған ғибәҙәт йортона үтеп ингән.

Артабан ул урындағы йәкшәмбе мәктәбе өсөн аҡса йыйыу ҡумтаһын ватып 4 мең һум аҡса алған. Ҡорамда йөрөгән арала ваҡиға урынына «Росгвардия» хеҙмәткәрҙәре килеп өлгөргән һәм иҫерек ир ҡулға алынған. Тикшереү барышында  ғибәҙәт йортона үтеп инеүсенең урлашыу осрағы буйынса бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку