Глобаль селтәрҙә Өфө аквапаркындағы бәхетһеҙ осраҡтың видеояҙмаһы урынлаштырылды

Глобаль селтәрҙә Өфө аквапаркындағы бәхетһеҙ осраҡтың видеояҙмаһы урынлаштырылды 10.06.2016

Видеола һыу аттракционынан төшкән ханымдың ҡапыл бата башлауы күренә. Уның янында булған ир ярҙам ҡулы һуҙа һәм ситкәрәк алып китә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәләүез ҡалаһынан килгән 49 йәшлек ҡатын  Өфө аквапаркында башын йәрәхәтләй. Уның ғүмере ашығыс ярҙам машинаһында өҙөлә. Ханымдың кәүҙәһен кисә яҡындары Мәләүезгә алып ҡайтты.

Аквапарк хакимиәте фараздарына ярашлы, бәлә ҡатындың хәле ҡапыл насарайып китеүе менән бәйле булыуы ихтимал. Һөҙөмтәлә ул аңын юғалтып, атракциондың финишында башын йәрәхәтләгән. Тәфтиш комитетында был һүҙҙәр әлегә раҫланмаған.
Азамат Әҡсәнов, Өфөнөң Октябрь районы прокуроры өлкән ярҙамсыһы: «Планета» сауҙа-күңел асыу паркындағы үлем осрағы буйынса прокуратура барлыҡ күҙәтеү органдары менән берлектә тикшереү ойошторҙо. Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙә федераль закондарҙың үтәлеше иғтибар үҙәгендә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку