Германияның  Боден күле янындағы авиаһәләкәткә  13 йыл 02.07.2015

Был фажиғәлә 71 кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың 52 -һе үҫмерҙәр. Авиаһәләкәт ҡорбандарын иҫкә алыу Көньяҡ зыяраттағы мемориаль комплекста үтте. Йылдар маңлайҙарға юлаҡ-юлаҡ һырҙар һалһа ла, бәхетһеҙлек ҡағылған һәр ғаиләнең үҙ кисерештәре һәм мәрхүмдәрҙе юҡһыныү хистәре.

Иртән һибәләп торған ямғыр тамсылары ғүмерҙәре иртә өҙөлгән балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙ йәштәре һымаҡ тойолдо. Был мемориалға яҡындарын юҡһынып килеүселәр туғандары хаҡында тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлай.
Динә Этҡолова, ТУ-154 cамолетының икенсе пилоты  Марат Этҡоловтың апаһы:
«Ул бәләкәй сағынан осорға яратты. Мин уны лагерҙан ҡаршы алдым. Сумаҙаны тулы самолеттар ине. Етенсе синыфтан уҡ осоусылар һәм самолеттар менән мауыҡты».
Марат Әхәт улы Этҡолов улы  Денис менән кискә осрашҡанға тиклем тип хушлашып рейсҡа китә. Әммә атаһы өсөн был һуңғы рейс була. Атайһыҙ үҫкән йылдары нисек ауыр һәм хәсрәтле булғанын Денис һәм уның әсәһе Наталья Фәнис ҡыҙы һүҙ менән аңлатып бирерлек түгел ,ти. Ғаилә башлығы Марат Этҡолов киң ҡарашлы, кешелекле, спорт яратыусы, юғары интеллектлы  кеше була. Атаһы иҫән булһа, улы бәлки уның кеүек осоусы һөнәрен дә һайлаған булыр ине. Этҡоловтар тормошондағы был һынау Денистың яҙмышын да үҙгәртә. Ул БДУ-ның хоҡуҡ институтын тамамлай. Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәт эҙемтәләрен тикшереүҙә  булған етешһеҙлектәр уның киләсәк профессияһын да билдәләй.
Ун өс йыл элек булған фажиғә башҡа ғаиләләр яҙмышына ла үҙ мөһөрөн һуға. Дамира улының үлеменән һуң тулы бәхет менән йәшәгән ғаиләһен дә юғалта. Дамира Аҫылғужина бында һәр ваҡыт  ҡыҙы менән килә. Ул йылды улы Илдар һигеҙенсене тамамлай. Барселонаға ике путевканы тормош иптәшенә яҡын таныштары тәҡдим итә. Оксфорд, Кембридж хаҡында хыялланған үҫмер Испанияға сәфәргә талпынып-шатланып китә.
Әммә сәфәрҙе ойоштороусылар хатаһы менән балалар самолетҡа һуңлай. Ике көн буйы Мәскәү урамдарын ҡыҙыралар. Иҫтәлеккә фотоға төшәләр. Самолеттар бәрелешкәс, ергә һибелгән әйберҙәре араһында улының бер аҙ таушалған сумаҙаны табыла. Ә быныһы түшенә тағылған  Ҡөръән доғалары. Илдарҙың фотоаппараты ла табыла. Был фоторәсемдәр шул фотоаппараттан алынған.
Дамира Аҫылғужина: «Һәр бер үлем үкенесле. Ниңә поездан төшкәс, барып ҡына алманыҡ икән тип үкенгән саҡтар ҙа күп булды. Үҙем уны ҡат-ҡат киҫәттем биркаңды һалма тип. Иптәштәреңдән ҡалып ҡуйма тип әйтеп ебәрҙем».
Мәскәүҙә Илдар иптәш малайы менән төп төркөмдән ҡалып аҙашып та йөрөй. Әммә уларҙы тиҙ арала эҙләп табалар. Тик артабанғы сәфәрҙәре генә хәйерле булмай. Ер өҫтөнән  ун бер мең саҡрым бейеклектә ғүмерҙәре өҙөлә
Германияның Граждандар авиацияһындағы иң ҙур фажиғә сәбәпселәре үҙ язаһын алған. Әммә етмеш бер ғүмерҙе өҙгән авиаһәләкәт эҙемтәләре яҡындарына  бер ҡасан да тынғылыҡ бирмәйәсәк.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика