Физкультура дәресендә үҙен ҡапыл насар тоя башлаған уҡыусының үлем сәбәптәре әлегә билдәһеҙ

Физкультура дәресендә үҙен ҡапыл насар тоя башлаған уҡыусының үлем сәбәптәре әлегә билдәһеҙ 17.12.2015

Кисә Өфөнөң 115-се гимназияһында теркәлгән фажиғәле хәл буйынса тәфтиш эштәре дауам итә. Асыҡланыуынса, бала белем усағының спорт залында уҡытыусыһына баш ауыртыуына зарланып, ҡапыл ҡысҡырып ебәрә. Медицина кабинетында ул бөтөнләй иҫен юғалта. Шунда уҡ «Тиҙ ярҙам» бригадаһы саҡыртыла, тик табиптар баланың ғүмерен  ҡотҡарып ҡала алмай.

Гимназия директоры күҙ йәштәрен тыя алмай. Медицина кабинетында «аҡ халатлылар» туғыҙ йәшлек малайҙың ғүмерен нисек кенә һаҡлап ҡалырға тырышмаһын, хәл күңелһеҙ тамамлана. Билдәле булыуынса, өсөнсө синыф уҡыусыһы физкультура дәресендә үҙен насар тоя башлай. Ҡоршау әйләндергәндән һуң, эскәмйәгә ултыра һәм ҡапыл ҡысҡырып ебәрә. Баш ауыртыуына зарлана. Белем усағында спорт залдан бер нисә метр арауыҡта ғына медицина кабинеты урынлашҡан, уҡытыусы шунда уҡ баланы шәфҡәт туташына күрһәтә.
Баланың янына әсәһе лә саҡыртыла. Әйткәндәй, уҡыусы табиптарға ингән мәлдә яҡын кешеһенең телефон номерын әйтә алырлыҡ  хәлдә була. Белем усағы етәкселеге белдереүенсә, артабан был кабинетта малай ныҡ итеп уҡшый башлай, иҫен юғалта. Уның хәлен яҡшыртыу буйынса ашығыс ярҙам күрһәтелә. Ә бит бала бығаса хроник сирҙәр менән яфаланмаған, физкультура дәресенән дә азат ителмәүе билдәле.
Надежда Зайченко, Өфөнөң 115-се гимназияһы директоры: «Уҡыусыбыҙ сәләмәт балалар төркөмөндә була.  Медицина тикшеренеүенән һуң, уның карточкаһына «артыҡ тән ауырлығы» тип кенә яҙылған. Башҡа бер нәмәгә лә зарланмаған. Әсәһенән дә һорап ҡараныҡ, ул шаңҡыу хәлендә булһа ла, «улым һау-сәләмәт ине, мин үҙем дә  табип бит»,-тине».
Гимназия етәкселеге белдереүенсә, «Тиҙ ярҙам» бригадаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - 10 минут эсендә килеп етә. Табиптар иҫен юғалтҡан баланы тын алырлыҡ, нормаль хәлгә еткергәс кенә 22-се дауаханаға алып китә.
Владимир Феоктистов, Өфөнөң 22-се «ашығыс медицина ярҙамы» дауаханаһының балалыҡ буйынса баш табип урынбаҫары:  «Малай клиник үлем хәлендә ине. Беҙҙең дауахананың реанимация залында табиптар "Тиҙ ярҙам" бригадаһы менән берлектә протоколға ярашлы баланы ҡотҡарыу буйынса саралар күрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла файҙаһыҙ булып сыҡты».
Күп тә үтмәй, гимназия етәкселегенә өсөнсө синыф уҡыусыһының үлеме хаҡында хәбәр ителә. Башҡортостандың тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, бала быға тиклем дә бер нисә йыл дауамында баш ауырыуҙарына зарланған. Шулай ҙа процессуаль ҡарар сығарырға әле иртәрәк.
Бөгөн беҙ туғыҙ йәшлек малайҙың яҡындары менән дә аралаштыҡ. Улар баланың спортты яратыуын, футбол менән әүҙем шөғөлләнеүен билдәләй. Уҡыусының ҡапыл һәләк булыу сәбәптәрен иһә суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ. Һөҙөмтә бер ай эсендә әҙер булыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку