Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Сүриәлә террорсылар яғында һуғышҡан республика вәкиле ҡулға алыныуы тураһында белдерҙе

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Сүриәлә террорсылар яғында һуғышҡан республика вәкиле ҡулға алыныуы тураһында белдерҙе 24.05.2017

1988 йылғы егет 2014 йылдың ноябрендә Сүриә Ғәрәп республикаһында законһыҙ хәрби формированиеға ингән. Террорсылар төркөмө сафында уның хөкүмәт көстәренә ҡаршы  ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыуы ла билдәле.

2017 йылда ул Сүриә-Төркиә сиген үткәндә урындағы именлек көстәре тарафынан ҡулға алынып Рәсәй тәртип һаҡлау органдарына тапшырылған. Әле уның Енәйәт кодексының 208-се статьяһы, йәғни сит дәүләт биләмәһендә ҡораллы формированиела ҡатнашҡаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.Ҡулға алыныусы ғәйебен тулыһынса таныған һәм тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләнә мәғлүмәттә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку