Федераль именлек хеҙмәте идаралығында күнекмәләр үтә 18.11.2016

Ул Башҡортостанда Рәсәйҙең Милли террорға ҡаршы комитеты раҫлаған график буйынса планға ярашлы ойошторола.

Сара барышында Өфөнөң «Дим» тимер юл станцияһы биләмәһендә транспортты террорсыларҙан азат итеү операцияһы уҙғарыла. Күнекмә сценарийы буйынса халыҡ-ара террор ойошмаһы ҡатнашыусылары «Әшә-Дим» поезына үтеп, пассажирҙар вагонына инә. Ваҡиға урынына төбәктең оператив штабы төркөмө ебәрелә. Террорҙы кисектереү  буйынса махсус операция башлана. Штурм ваҡытында пассажирҙар иреккә сығарыла. Күнекмәләр барышында һәр ҡатнашыусы алдында ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында эште дөрөҫ ойоштороу, террор ғәмәле һәм диверсияны булдырмау маҡсаты ҡуйылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика