62136 Новости на башкирском языке сегодня

Фатир эсендә ташҡын

Фатир эсендә ташҡын 01.04.2017

Баш ҡаланың Мөбәрәков урамы, 22/1 адресы буйынса урынлашҡан йортта эҫе һыу торбаһы шартлау сәбәпле, 6-10-сы ҡаттар һыу аҫтында ҡалған. Фатир хужаларына килтерелгән зыян күләме - бер нисә миллион һумға баҫыуы ихтимал. Ни тиһәң дә, күптәре яңы ғына өйөндә ремонт эштәрен тамамлаған.

Билдәле булыуынса, күп ҡатлы йорт ун биш йыл элек төҙөлгән. Урындағы халыҡ быға тиклем дә торлаҡ хужалығы идаралығына  капиталь ремонт талап ителеүен һорап мөрәжәғәт иткән булған.
Фатир түбәһенән һыу бер туҡтауһыҙ ҡырҡ минут тирәһеләй аға. Йома көн Ғәликәевтар ғаиләһе ысын мәғәнәлә ташҡын эсендә ҡала.
Йәш әсә фатир эсендәге күренеш эҙемтәләре менән көрәшеп сикһеҙ арыған. "Ике бәләкәй балабыҙҙы туғандарға ебәрергә мәжбүр булдыҡ," ти ул. Сөнки ут һүнә, көслө һыу ағымы  киске һигеҙҙәрҙә генә туҡтатыла. Күп фатирлы торлаҡтың иң юғары ҡатында йәшәү - оло бәләгә әйләнә. Баҡтиһаң, йорт ҡыйығында эҫе һыу торбаһы серегән була, һөҙөмтәлә ул көсөргөнеште күтәрә алмай, шартлай. Салауат Ғәликәев хәҙер зыян күләмен иҫәпләй. Барлыҡ көнкүреш техникаһы - компьютер, һыуытҡыс, телевизор эшлектән сыҡҡан. Кейем-һалым, һауыт-һаба өсөн борсолаһы түгел. Ә бына яңы ғына һатып алынған мебелде киптереүҙең файҙаһы булырмы икән?!
Рәзит Исмәғилев фатирында яңыраҡ ҡына ремонт эшләгән булған. Хәҙер, ул бөтөнләй аптырауҙа. Ярты миллион һумлыҡ материалдар, мебель - барыһы ла юҡҡа сыҡҡан. Хәйер, фатир хужаһының ламинатты гидроизоляция нигеҙендә һалыуы һыуҙы аҫҡы ҡаттарға ағып төшөүҙән тотҡарлаған.
Баш ҡаланың Мөбәрәков урамы, 22/1 йорт адресы буйынса йәшәүселәр фатирҙарға һыу үтеү актын төҙөп, урындағы торлаҡ хужалығы идаралығына мөрәжәғәт итергә ниәтләй. Уға тиклем зыян күләмен белгестәр асыҡлаясаҡ. Был да үҙенә күрә өҫтәмә сығымдар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика