Өфө йылғаһы буйында табылған кейемдәрҙең хужаһы асыҡланды

Өфө йылғаһы буйында табылған кейемдәрҙең хужаһы асыҡланды 20.09.2016

Хәбәр итеүебеҙсә, кисә кис Сипайлово биҫтәһененең  йылға  буйында урынлашҡан йорттары артында  зәңгәр төҫтәге костюм-салбар, асыҡ күк  күлдәк һәм аяҡ кейеме табыла.

Уларҙың кеҫәһенән мәктәпкә инә торған пластик  карта ла килеп сыға. Хоҡуҡ һаҡлау органдары әйберҙәрҙең хужаһын эҙләй башлай, әммә Сипайлово мәктәптәрендә бар уҡыусылар ҙа теүәл булып сыға. Малай  һыуға батҡан тигән фараз да инҡар ителмәй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, картаның хужаһын асыҡлағандар, ул Сипайловоноң 17-се мәктәбендә  уҡыған 13 йәшлек малай булып сыҡҡан.
Тимур Чанышев, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Йылға буйында табылған әйберҙәрҙең хужаһы  17-се мәктәптең  7-се синыфы уҡыусыһы икәне асыҡланды. Малайҙың әсәһе бәләкәйгән кейемдәрҙе ташлаған булған, ғаилә уларҙың нисек йылға ярына барып сығыуын аңлай алмай.  Ә пластик карта  кейемдәрҙең кеҫәһендә яңылыш киткән була».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку