Өфө йылғаһы буйында үҫмер кейеме табылған 20.09.2016

Кейемдәр Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә, йылға ярына яҡын урынлашҡан 39-сы һанлы йорттоң артында  ятҡан.  Табылған әйберҙәр араһында зәңгәр төҫтәге костюм-салбар,  асыҡ күк төҫтәге күлдәк, ҡара ботинка һәм мәктәпкә үтә торған пластик карта бар.  Кейемдәр буйынса ҡарағанда балаға яҡынса ун йәш тирәһе булырға тейеш. Әммә әлегә хоҡуҡ һаҡлау органдарына  бала юғалыу хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт итеүсе юҡ.

Тимур Чанышев, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Пластик картаның ҡайһы мәктәптеке икәне асыҡланған, әммә белем усағында балалар теүәл. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүселәр ҙә теркәлмәгән. Шулай ҙа беҙ малай батыуы ихтимал тигән версияны күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Әлбиттә тиҫтерҙәренең ошондай юл менән шаяртып маташыуы ла мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика