Өфө юғары уҡыу йорттарының береһендә физкультура уҡытыусыһы һәм фитнес үҙәгендә тренер булып эшләүсе ир тыйылған препараттар һатыуҙа ғәйепләнә

Өфө юғары уҡыу йорттарының береһендә  физкультура уҡытыусыһы һәм фитнес үҙәгендә тренер булып эшләүсе ир тыйылған препараттар һатыуҙа ғәйепләнә 03.02.2015

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеүҙә тотоу буйынса Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре уның фатирын тентеү барышында 5 мең ярымдан ашыу таблетка һәм 1000 ампула анаболик стероидтар тартып алған. Быға тиклем ул әшнәһе менән 200 таблетка һәм ун ампула препаратты һатып өлгөргән.

Асыҡланыуынса,  ир тыйылған препараттарҙы сит илдән һатып алған һәм уларҙы үҙе эшләгән фитнес үҙәгендә тиҙ арала һөҙөмтәгә ирешергә теләүселәргә һатҡан. Тентеү һөҙөмтәһендә ул йәшәгән фатирҙа дөйөм ауырлығы алты килограммлыҡ стероидтар табылған. Препараттарҙы ир масхус шкафта һаҡлаған. «Ҡара баҙарҙа» уларҙың хаҡы ярты миллион һумдан аша. Фитнес-тренер әйтеүенсә, препараттарҙы ул шәхси ҡулланыу һәм һатыу өсөн дә тотҡан. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика