Өфө-Ырымбур автомобиль юлындағы авария тураһында хәбәр иткәйнек инде 16.12.2014

Кисә кис юлдың Ауырғазы районы биләмәһендә «Тойота» микроавтобусы менән МАЗ йөк машинаһы бәрелеүе һөҙөмтәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә,  «Тойота»ның  водителе менән пассажирҙарҙың береһе  ваҡиға урынында, тағы ла бер кеше  дауаханала вафат була.  Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Альберт Сәйетов, Ауырғазы үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы: «Аварияла зыян күргән бер кеше медицина ярҙамы күрһәтелгәс, өйөнә ҡайтарылды. Ике кеше ауыр хәлдә реанимацияла. Хәлдәре уртаса ауырлыҡта, ике пациент хирургия бүлегендә. Бер ҡатын дауаханаға килтерелгәндән һуң ярты сәғәт үткәс вафат булды». Максим Радионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе: «Фажиғә шарттарын асыҡлау өсөн ваҡиға урынына Эске эштәр министрлығы Баш тәфтиш идаралығының криминалистика үҙәге, шулай уҡ автотехника белгестәре юлланды. Тикшереү дауам итә». Эльмира Сәлихова, Альбина Баязитова: «Яҡыныбыҙҙың хәле был тиклем ауыр тип уйламағайныҡ. Авария тураһында ишеткәс тә килергә булдыҡ. Әлегә беҙҙе уның янына индермәйҙәр. Туғаныбыҙ Өфөгә йөрөп эшләй ине. Өйҙә уны ике балаһы көтә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика