Өфө урамдары йәнә йылғаға әйләнде 21.06.2016

Бөгөн кискә ҡарай яуып үткән ҡыҫҡа ваҡытлы, әммә көслө ямғыр һөҙөмтәһендә тиҫтәләрсә автомобиль баш  магистралдәр буйлап йөҙөргә мәжбүр булды.

Атап әйткәндә, яуым-төшөм Пугачев урамынан үтеүсе транспорт хәрәкәтенә  уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Шунлыҡтан автомобилдәр тығыны барлыҡҡа килде. Тәрән кисеүҙәргә эләккән ҡайһы бер транспорт сараларын водителдәр ҡабыҙа алмай яфаланды. Ул тиклем һыу менән көрәшеүгә  хатта, канализация люктары ла ярҙамға килә алманы.
Ошондай уҡ күренештәр Өфөнөң башҡа урамдарында ла күҙәтелде. Октябрь проспектында ямғыр һыуы асфальтты ҡуптарып сығарған. Шулай уҡ Йәшел Сауҡалыҡ, Сипайлово һәм Черниковка биҫтәләрендә лә  автомобилдәргә йөҙөп йөрөргәгә тура килгән. Синоптиктар иртәгә лә республикала ҡыҫҡа ваҡыттлы яуым-төшөм вәғәҙәләй. Боҙборсаҡ яуыуы, елдең көсәйеүе көтөлә.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика