Өфө циркында  ағыуланған  дүрт йәшлек сабый бөгөн дауахананан сығарылды 28.09.2015

Хәбәр итеүебеҙсә, баш ҡалала йәшәгән Хәсәновтар ғаиләһе  шәмбе иртән циркка тамаша ҡарарға барып  ҡазаға юлыға. Тәнәфес мәлендә  Ирек Хәсәнов  ҡыҙы Дианаға  учреждениеның  буфетынан һыу алып бирә. Тәүге уртлауҙан  һуң ҡыҙ  үҙен насар тоя, уҡшый башлай.  Дианаға цирктың медицина хеҙмәткәре тәүге ярҙам күрһәтә,  артабан  зыян күреүселәр Өфөнөң 22-се дауаханаһына оҙатыла. Бөгөн Хәсәновтар дауаханан сыҡты.

Ольга Хәсәнова  дүрт йәшлек ҡыҙының иҫән ҡалыуына ҡыуанып бөтә алмай. Диана һыуҙы әҙ генә йотҡан булырға тейеш, эске органдары зыянланып өлгөрмәгән, ти ул. Әммә бала әле булһа ла тамағы яныуға зарлана, икенсенән ауыҙынан һаман ацетон еҫе бөтмәй.
Ҡыҙға тәүге ярҙамды цирктың медицина хеҙмәткәрҙәре күрһәтә, артабан ул  баш ҡаланың 22-се ашығыс ярҙам күрһәтеү дауаханаһына реанимацияға һалына.
Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, һыуҙың бөтә партияһы тартып алынған, ҡыҙ эскән һыу экспертизаға оҙатылған.
Цирк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә,  улар  һыуҙы күмәртәләп  етештереүселәрҙән һатып ала. Уның эсендә башҡа шыйыҡлыҡтың ҡайҙан килеп сығыуы билдәһеҙ.  Хәҙер бар һорауҙарға ла экспертиза ғына яуап бирер тип көтөргә ҡала. Хәсәновтар  бөгөн дауахананан сыҡты, ғаилә  артабан  дауалау курсын үҙ поликлиникаһында дауам итәсәк. Был  ағыуланыуҙың  эҙемтәләре  киләсәктә лә үҙен белдереүе ихтимал, шуға тынысланырға иртәрәк, ти улар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика