Өфө супермаркеттарының береһендә егет 10 банка ҡыҙыл ыуылдырыҡ урларға маташа 16.01.2015

Бурҙы магазин хеҙмәткәрҙәре видео күҙәтеү ҡоролмаһы аша күреп ҡала. Һатыусылар шунда уҡ полиция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.

25 йәшлек егеткә быға тиклем дә енәйәт эше ҡуҙғатылған булыуы асыҡлана. Ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған. Әле ҡулға алыныусы хоҡуҡ һаҡлау органдары һағында. Ыуылдырыҡ бурына ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Максим Смертин, полиция хеҙмәткәре: «Урлаған продукттарҙы егет курткаһына йәшерә. Ләкин кассаны урап үтергә маташҡанда, сигнал эшләй башлай. Бур ҡасып өлгөрмәй».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика