Өфө районының Яңы Троевка ауылында йәшәүсе күп балалы әсә йылдар дауамында янған йортта йәшәргә мәжбүр

Өфө районының Яңы Троевка ауылында йәшәүсе күп балалы әсә  йылдар дауамында янған йортта йәшәргә мәжбүр 11.12.2015

2009 йылда билдәһеҙ сәбәп менән уларҙың йортонда ут сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдә ғаилә башлығының ғүмере өҙөлә. Бер нисә йылдан район хакимиәте ярҙамы менән фажиғә тарыусыларға яңы йорт төҙөлә башлай. Әммә билдәһеҙ сәбәп буйынса Пенкиндар һаманғаса өйҙәренә күсә алмай.

Пенькиндар республикаға  Ҡаҙағстандан уҙған быуат аҙаҡтарында күсеп килә. Ул ваҡытта  ғаилә башлығына урындағы хужалыҡтан эш тә, йәшәү өсөн йорт та табыла. Әммә бынан алты йыл элек иҫке өйҙә янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдә хужаның ғүмере өҙөлә.
Был ваҡиғанан һуң хәҙер инде алты йыл самаһы ваҡыт үткән. Тәүге мәлдә изге кешеләр фажиғәгә тарыусы ғаиләгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Район хакимиәте башланғысы менән зыян күргән өй янында ике ҡатлы йорт та күтәрелә. Әммә Пенкиндарҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай.
Хужалар әле лә ошо янған йортта йәшәргә мәжбүр. Әлбиттә, бында яҡшы тормош алып барыу өсөн бер ниндәй ҙә шарттар ҡаралмаған. Мәҫәлән, хужаларға йортто йылытыу өсөн ошондай электр ҡоролмалары ҡулланырға тура килә.  Шуға ла утҡа киткән сығымдар айына ун мең һумға барып баҫа.  
Төбәктең үҫеш фондынан бүленгән 4 миллион һум аҡсаға ике йорт сафҡа инергә тейеш була. Әммә төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе  Евгений Владимирцев өйҙәрҙең береһенең  стенаһын ғына күтәреп өлгөрә. Эштең туҡтатылыуына ул һәр төрлө сәбәптәр таба, ә хужаларҙы буш вәғәҙәләр менән туйындыра. Шуға ла аҡсаны таптырып Өфө районының үҫеш фонды судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.  
Риза Ғәлимов, Өфө районының социаль үҫешкә ярҙам хәйриә фонды етәксеһе:
«Уның иҫәптәренә арест һалынған. Юридик шәхестең устав капиталы ни бары 10 мең һум.  Шуға ла был сумманан фонд аҡсаларҙы ҡайтарта алмай. Уның менән суд приставтары эшләй, әммә әлегә бер ниндәй ҙә аныҡ һөҙөмтә юҡ.  
Беҙ төҙөүсе менән телефон аша бәйләнешкә индек. Евгений Владимирцев әйтеүенсә, килеп тыуған проблемала йәнәһе лә, Санкт-Петербургтағы партнер компания ғәйепле.  
Евгений Владимирцев ышандырыуынса, төҙөлөш эштәре киләһе йыл йәй башланасаҡ. Быны ул әлеге ваҡытта   ҡатмарлы һауа торошо ҡамасаулауы менән аңлата. Ә һыуыҡ өйҙә көн күреүсе балалар тураһында ул күрәһең, уйларға ла теләмәй. Әгәр ҙә уйлаһа, ыҙа сигеп йәшәгән ғаилә күптән үҙ йорттарында күсеп сыҡҡан булыр ине.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку