Өфө районының Сергеевка ауылында йәшәүселәр экологгтарҙың фаразы ни тиклем генә йыуатырлыҡ булмаһын, һаман да ғүмерҙәре өсөн борсола

Өфө районының Сергеевка ауылында йәшәүселәр экологгтарҙың фаразы ни тиклем генә йыуатырлыҡ булмаһын, һаман да ғүмерҙәре өсөн борсола 20.05.2016

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна башында  баш ҡаланың Дим биҫтәһендә һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа газ еҫе таралып, халыҡ баш ауыртыуға, күңел болғаныуға зарланды. Һауала көкөрт водороды кимәле күтәрелеүе сәбәпле, Сергеевканан, хатта, 300-гә яҡын кешене эвакуацияларға тура килде.

Асыҡланыуынса, химик матдә магистраль торбаүткәргестән ағып сыҡҡан. Билдәһеҙ кешеләр сеймал урлау маҡсатында уға торба тоташтырған була. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡотҡарыусылар, экологтар, тәртип һаҡлау органдары йәлеп ителде. Әле бында авария-тергеҙеү эштәре бара. Шулай ҙа Сергеевка ауылында йәшәүселәр сәйер еҫ хәҙер әллә ни һиҙелмәһә лә, сәләмәтлеге өсөн хәүефләнә. Үҙҙәрен борсоған дәғүәләрен улар граждандар йыйынында белдерҙе.
Граждандар йыйынында халыҡ Сергеевкала фельдшер-акушерлыҡ пункты булмауы ла хәлде ҡатмарлаштырыуын билдәләне. Хәйер, ауылда ваҡытлыса медицина ярҙамы күрһәтелә, «аҡ халатлылар» ауылда йәшәүселәргә ярҙам итергә тырыша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку