Өфө районының Сергеевка ауылынан эвакуацияланған кешеләр өйҙәренә ҡайта

Өфө районының Сергеевка ауылынан эвакуацияланған кешеләр өйҙәренә ҡайта 17.05.2016

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йәкшәмбе ауыл эргәһенән үткән ер аҫты торбаһынан газ конденсаты ағып сыға. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл торбаларҙан нефть продукцияһын урлау сәбәпле теркәлә.

Әле зыян күргән тупраҡ махсус һауыттарға тултырылып утилгә ебәрелә. Зыян күреүселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары эшләй. Уҙған төндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы ваҡиға урынында  дежурлыҡ ойошторған. Сергеевкала һәм күрше ауылда йәшәүсе халыҡтың һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф янамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку