Өфө районының Кириллов ауылында йәшәүсе ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж

Өфө районының Кириллов ауылында йәшәүсе ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж 28.06.2017

Ике йәш бала тәрбиәләүсе Шәйәхмәтовтарҙың йорто янып, булған мөлкәттәре һынаулы сәғәт эсендә көл-күмергә әйләнә. Йорттан хужалар тик документтарын ғына сығарып өлгөрә.

Юлиә Шәйәхмәтова, янғында зыян күреүсе: «Ярай әле, янғын ваҡытында ел булманы. Юғиһә, ут күрше йорттарға ла күсер ине. Беҙ ныҡ зыян күрҙек. Ике балам, тормош иптәшем менән ҡыйыҡһыҙ, бер ҡат кейемдә урамда тороп ҡалдыҡ. Улыбыҙ быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барырға тейеш».
Әле ғаилә ваҡытлыса кеше  донъяһында йәшәй. Туғандары, күрше-күләндәре Шәйәхмәтовтарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Ҡулдарынан килгәнсе ярҙам иткән. Үкенескә күрә, өйҙәре страховкаланмаған булған. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана. Зыян күреүселәргә һәр кем ярҙам итә ала. Юлиә Шәйәхмәтованың телефон һандарын һәм банк иҫәбен һеҙ экранда күрәһегеҙ.

БӘЙЛӘНЕШ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 8 927 93 79 664
4276 0600 1692 5615 (ШӘЙӘХМӘТОВА ЮЛИӘ АЙРАТ ҠЫҘЫ)

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку