Өфө районындағы һыу башнялары кәртәләнәсәк 31.01.2017

Район хакимиәте Дубки ауылында һыу башняһынан өҫтөнә боҙ төшөп 13 йәшлек Никита Иванов һәләк булғандан һуң ошондай ҡарарға килгән.    

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үҫмер 28 ғинуарҙа дуҫтары менән  ауыл осондағы һыу башняһы янына барған һәм, тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, уның стенаһына типкән.Ҙур боҙ киҫәге аҫтында ҡалып ул һәләк булды. Осраҡ буйынса Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы тикшереү алып бара. "Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй хеҙмәттәр күрһәтеү һөҙөмтәһендә кеше үлеменә  килтереү" статьяһы буйынса  енәйәт эше асылған. Дубки ауылындағы һыу башняһы яуаплылығы сикләнгән "Шемәк"  йәмғиәтенә ҡарай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе белдереүенсә,  башняны боҙҙан таҙартыу яҙ айҙарында башҡарыла, ә  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса ул кәртәләнергә тейеш булмаған. Никита Ивановты бөгөн ерләнеләр. Уны ер ҡуйынына тапшырыу йолаларына бәйле  барлыҡ сығымдарҙы ойошма үҙ өҫтөнә алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика