Өфө районында ғәҙәттән тыш хәл

Өфө районында ғәҙәттән тыш хәл 17.05.2016

Сергеевка ауылында газ конденсаты түгелеү сәбәпле, уҙған төн 300-гә яҡын кеше эвакуацияланған. Тиҙ ярҙам, ҡотҡарыу хеҙмәттәре аңлатыуынса, баш ҡаланың Дим биҫтәһендә, шулай уҡ Авдон, Жуков ауылдарында йәшәүселәр сәйер еҫкә зарланған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, көслө газ еҫе һауала инде бер нисә көн рәттән һиҙелгән. Бөгөн ваҡиға урынында махсус комиссия кәңәшмәһе үтте, экологтар эшләй.

Ғәҙәттә тыныслыҡ күҙәтелгән ағаслыҡта көнө-төнө техника йөрөй, кешеләр мыжғып тора. Сергеевка ауылы был арала үҙенә тотош республиканың иғтибарын йәлеп итте. Асыҡланыуынса, ике төн баш ҡаланың Дим биҫтәһен ҡаплаған әсе еҫ сығанағы тап бында. Әлегә шәхестәре асыҡланмаған енәйәтселәр ауыл эргәһенән үтеүсе газ магистраленә тоташып, сеймал урларға булған. Ләкин һөҙөмтәлә улар тик тирә-яҡты бысратҡан. Әле ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар, экологтар эшләй. Улар алдында зарарланған ерҙе сығарыу бурысы тора.
Тәбиғәткә килтерелгән зыян әле асыҡланмаған. Енәйәтселәр урлап маташҡан газ конденсаты яҡынса 20 квадрат метр майҙанды бысратҡан, ләкин был әлегә тоҫмаллау ғына. Фаразланыуынса, сеймалды улар яғыулыҡ эшләү өсөн ҡулланырға тейеш булған.
Законһыҙ рәүештә байырға теләүселәр магистралдән урланған газ конденсатын теге яҡҡа, аҫҡа табан ағыҙған. Бының өсөн улар ошондай пластмасс торбалар ҡулланған. Белгестәр аңлатыуынса, шлангтар магистралдәге юғары баҫвмға түҙмәй, ярыла, ә газ конденсаты ергә ағып сыға. Ваҡиға урынын тәүгеләрҙән булып бында эшләүсе урмансы күреп ҡала, полицияға ла ул хәбәр итә.
Ергә түгелгән конденсат әсе еҫкә эйә. Ел үҙгәреп, шыйыҡсаның парҙары кешеләр йәшәгән тарафтарға барып еткәс халыҡ араһында ғауға ҡуба. Сергеевка ауылы, Дим биҫтәһендә йәшәүселәр йорттарын ҡалдырып таныштары, туғандарына таралыша. Етди ағыуланыу осраҡтары теркәлмәһә лә, үҙҙәрен насар тойғандар булған.
Лаборатор тикшереү кисә Сергеевканың һауаһында көкөрт водороды концентрацияһы рөхсәт ителгән күрһәткестән 150-170 тапҡырға артыуын күрһәткән. Әле кеше һаулығы өсөн бер ниндәй ҙә зыян юҡ, ти экологтар. Эвакуацияланған халыҡ көндөҙ үк өйҙәренә ҡайтҡан.  
Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында экологик һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку