Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса авиәһәләкәткә тарыған АН- 148 бортында ике яҡташыбыҙ була
Улар 25 йәшлек Кристина Алексеенко һәм 43 йәшлек Юрий Ямаев. Киң мәғлүмәт саралары улар Орскҡа командировкаға юлланған, тип хәбәр итә. Кристина Алексеенко Межгорьела тыуған, шунда уҡ урта мәктәп тамамлаған. Һуңынан Әстрханға күсә. Өфөлө Юрий Ямаев бер-нисә йыл элек Мәскәүгә эшкә урынлашҡан була.
12 / 02 / 2018 295
Бөрө ҡалаһында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 14 ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалған
Әле уларға 20 мең һумға тиклем аҡсалата компенсация түләү ҡарала. Янғын эҙемтәләре бөтөрөлгән. Ваҡиға урынында оператив тикшереү эштәре бара.
12 / 02 / 2018 249
Бүреләр һунар миҙгеле асҡан, әлегә ауыл эттәренә
Ҡариҙел районы Ҡараяр ауыл биләмәһендә урман санитарҙары әүҙемләшкән. Йыртҡыстар урам эттәрен таҙарта. Ҡураларҙа үтеп инеп ваҡ малды тамаҡлай. Бүреләрҙең кеше йәшәгән урындарға яҡынайыуын тәжрибәле һунарсылар ҡарһыҙ ҡышҡа бәйләй.
12 / 02 / 2018 292
Ҡарһыҙ ҡыш әлегә ужым культураларының күпләп һәләк булыуына килтермәгән
Был турала баҫыуҙарҙан алынған ужым сәсеүлектәре монолиттарын тикшереү һөҙөмтәләре күрһәткән. Бөгөн ауыл хужалығы үҙәге белгестәре тарафынан бындай анализдар республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәрелә.
12 / 02 / 2018 255
«Ворлдскилс Рәсәй» чемпионатының республика этабы еңеүселәре асыҡланды
Алтын миҙал яулаусы 37 йәш һөнәрмән  Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
12 / 02 / 2018 312
Стәрлетамаҡта балалар ризығы етештереүсе һөт фабрикаһы барлыҡҡа киләсәк
Уны ойоштороу мөмкинлеге Хөкүмәт президиумы ултырышында тикшерелде. Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим иткән проектҡа ярашлы, социаль учреждение төҙөүгә 19 миллион һум инвестиция талап ителә һәм ул  киләһе йыл эшләй башларға тейеш. Һөт кухняһы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе сифатлы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүгә махсуслашҡан. Әле бындай үҙәктәр баш ҡалала ғына эшләй.  
12 / 02 / 2018 229
Алжирҙан Башҡортостанға - инглиз телен өйрәтергә
Тыуған яғында билдәле фотограф, журналист, төп һөнәре буйынса уҡытыусы Рәхим Хаддуш «AIESEC» йәштәр программаһында ҡатнашып, Өфөнөң 82-се урта мәктәбендә өс аҙналыҡ стажировка үткән. Үҫмерҙәр өсөн дәрестәрҙе ул ҡыҙыҡлы ойоштора, лекцияларын тематик яҡтан байыта. Башлыса илдәрҙең иҡтисади хәле, экология проблемалары хаҡында һөйләй. Стажировка барышында Рәхим Хаддуш Ғафури районы белем усаҡтарын да урап сыға, республика тәбиғәте, иҫтәлекле урындар менән таныша. Бөгөн ул башҡорт балын да тәмләп ҡараны.
12 / 02 / 2018 218
Алдағы өс көндә лә республикала һауа температураһы тотороҡло булыр тип күҙаллана
Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа ул төндә 29 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Бурандар көтөлмәй. Көн аяҙ, башлыса яуым-төшөмһөҙ.
12 / 02 / 2018 243
Башҡортостандың дини картаһы барлыҡҡа килде
Сайтта дәүләттең һәм йәмғиәттең конфессия-ара мөнәсәбәттәр системаһы, ғилми  асыштар, дини учреждениелар, дин әһелдәре тураһында мәғлүмәт урын аласаҡ.
12 / 02 / 2018 258
Көтөлмәгән ҡунаҡтар
Өфөлә йәшәүсе Вәлимә Мусина суд приставтарын үҙ вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләй. Йәнәһе лә улар йортҡа баҫып инеп тупаҫ рәүештә хоҡуҡ боҙған. Мыҫҡыл итеп, көс ҡулланырға ла тартынманылар, тип иҫбатлай Вәлимә ханым.
12 / 02 / 2018 243
Халыҡсан театр
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының Өфөләге гастролдәре тамамланды. Был юлы сибайҙар билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса режиссер Дамир Мәжитов сәхнәләштерелгән «Әүлиә» спектаклен тәҡдим итте. Билдәле әүлиә хаҡында ике көн барған сәхнә әҫәре аншлаг менән үтте.
12 / 02 / 2018 295
Шишмә ҡасабаһында «Уңайлы ҡала мөхите» федерель программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла
Эргә-тирәне уңайлы һәм күркәм итеү маҡсатында халыҡ фекере иҫәпкә алына. Программаның шарты буйынса федераль, төбәк һәм район бюджетына халыҡтан 5 процент иғәнә йыйылырға тейеш.
12 / 02 / 2018 242
Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса енәйәт эштәрен тикшереү идаралығы тарафынан хаҡлы ялдағыларға ҡарата уғрылыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе тотолдо
Ул быға тиклем дә яуаплылыҡҡа тарттырылған, Дим биҫтәһендә йәшәүсе 39 йәшлек ир. Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе ир  хаҡлы ялдағыларға квитанциялар күрһәтеп, электр энергияһына артыҡ түләгәнһегеҙ, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарам тип, үҙен торлаҡ- коммуналь хужалығы хеҙмәткәре итеп таныта.
12 / 02 / 2018 196
Баймаҡ районынын Ярат ауылы биләмәһенә ҡараған төбәктәр ҡышҡы спорт уйындары буйынса «Һаулыҡ - ҙур байлыҡ» тип аталған спартакиада үткәрҙе
Был саралар  якынлашып килгән Ватанды һаклаусылар, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы иҫтәлегенә һәм совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулыуға арналды. Көслөләр, етеҙҙәр һәм мәргәндәр ярышы 5 ауылды берләштерҙе.
12 / 02 / 2018 247
Иглин районы саңғысылары 2022 йылда Пекинда үтәсәк Олимпия уйындарында ҡатнашырға теләй
«Рәсәй саңғыһы» ярышы сиктәрендә райондың 19 ауыл биләмәһенән меңгә яҡын спортсы ҡыҙыу бәйгегә сыҡты. Иглин ауылында ҡатнашыусыларҙың һаны йөҙҙән ашты. Иң йәш спортсыға биш йәш тулһа, өлкәне алтмышты уҙған. Сәләмәт тормош, әүҙем ял спартакиадаһында айырыуса мәктәп уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте.
12 / 02 / 2018 198
Аҙна яңылыҡтары. Ҡышҡы олимпиада тәүге тапҡыр Рәсәйһеҙ үтә
Ҡышҡы олимпиада тәүге тапҡыр Рәсәйһеҙ үтә. Ҡатнаша ул беҙҙекеләр, әллә уларҙы беҙҙекеләр тип әйтеп буламы? Халыҡ-ара олимпия комитеты  Рәсәй спортсылары тип әйтергә тыя бит. Ҡышҡы уйындарҙы асыу тантанаһына ла  олимпия әләме аҫтында ғына аҡ кейемдә сыҡтыҡ. Ниндәй төҫ был? Допингтарҙан азат сафлыҡ төҫө тип аңларғамы, әллә еңелеүҙе таныған аҡ типме? Фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәр хупланы бер нимәгә ҡарамай үҙ иҫәбе өсөн барған спортсыларҙы, икенселәре хурға ҡалып барып йөрөмәҫкә ине тип һуҡранды. Шулай ҙа спортсылар йәл.
11 / 02 / 2018 251
Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан шифаханалары эшмәкәрлеген артабан камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды
Кибеттәрҙә генә түгел, хатта тап күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән ресторан, барҙарҙа ла . Нимәгә килтерер батырайып алған кешеләргә юҡ тип әйтеүе? Эсклелек кәмерме, әллә табиптарҙың эше артырмы?
11 / 02 / 2018 272
Аҙна яңылыҡтары. Һаман тынғы бирмәй дәүләткә ҡуртымға фатир биреүселәрҙең килеме
Нисек кенә рәсмиләштереп ҡарамайҙар был бизнесты, әммә әлегә һөҙөмтәһеҙ. Өҫтәмә торлағы булған һәр кем бер ниндәй һалымһыҙ, сығымһыҙ аҡса эшләүен дауам итә. Теләй икән хаҡты арттыра, теләһә кире арзанайта. Бер нисек тә көйләнмәй был йүнселлек.
11 / 02 / 2018 240
Аҙна яңылыҡтары. Рәсәйҙең иң шәп аэропорты Башҡортостанда!
«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты  йәнә «Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы» премияһына лайыҡ булды. Мәскәүҙә үткән граждандар авиацияһы күргәҙмәһендә  аэропорт эшмәкәрлеге 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса ике номинацияла билдәләнде. Былтыр Өфө аэропорты Волга буйы федераль округында тәүгеләрҙән булып пассажирҙар һанын 2 миллион 800 меңдән арттырған. Аэропорт эшмәкәрлеге шулай уҡ  пассажирҙарҙың онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса ла юғары баһаланған. Терминал инфраструктураһы һәм халыҡты хеҙмәтләндереү сифатынан сығып, «Өфө» аэропорты биш «йондоҙ»ҙоң дүртәүһе менән бүләкләнде.
11 / 02 / 2018 220
Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан ғалимдары дүрт мең йыл элек Уралда йәшәгән кешеләрҙең һөлдәләрен тапты
Ҡурғандар Ауырғазы районында урынлашҡан, ә һөйәктәр күпте һөйләй. Хәҙер ғалимдар беҙҙең эраға тиклем ун туғыҙынсы быуатта йәшәгән кешеләрҙең йәшәү рәүешен, туҡланыу, сәләмәтлек торошон да тикшерә ала. Ә беҙҙе инде был ерлектә кемдәр йәшәүе, дүрт мең йыл элек кем булғаныбыҙ ҡыҙыҡһындыра. Һәр хәлдә белгестәр был асышты боронғолоғо менән дә, әһәмите яғынан да Мысыр пирамидалары һәм фирғәүендәр ҡәберлектәре менән тиңләй. Ни тиклем уникаль был ҡурғандар?
11 / 02 / 2018 214

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 763 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика