Өфө районында дарыу үләндәрен әҙерләү буйынса келәт-завод янды

Өфө районында дарыу үләндәрен әҙерләү буйынса келәт-завод янды 04.01.2018

Шаһиттар билдәләүенсә, ҙур тимер келәткә уҙған кис туғыҙынсы яртылар тирәһендә  ут тоҡана. Янғынды һүндереүгә ике сәғәт ваҡыт талап ителә. Күңелһеҙ ваҡиға сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Тикшереү эштәре бара.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ғына, янғын йөҙәр миллион һумлыҡ зыян килтергән. 80-гә яҡын кеше эшһеҙ ҡалған. Заводта башлыса  Рус-Юрмашы ауылы халҡы эшләгән. Ике сәғәт эсендә бер йыллыҡ әҙер продукция, йәғни бер-нисә тонна шифалы үлән көлгә әйләнгән. Завод етәкселәре фекеренсә төҙөкләндереү эштәре өсөн бер йыл самаһы ваҡыт талап ителәсәк.
Виталий Коржавин, М. Гордеев исемендәге һауыҡтырыу үҙәге директоры: «Янғын тураһында киске 9 белдем. Зыян яҡынса 200 млн тирәһе. 80 кеше эшһеҙ ҡалды. Хәйер сеймал  келәте янмаған. Гордеев алымы менән бер-нисә мең кеше дауалана. Улар дарыу-үләндәрһеҙ тороп ҡалмаһын өсөн, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етештереү линияһын Нуриман районының Ҡыҙыл шишмә ауылына күсерәсәкбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку