Өфө районы Сергеевка ауылында газ үткәргес тишелгән урында авария эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә 18.05.2016

Әлеге ваҡытта газ конденсаты аҡҡан ерҙәрҙе культивациялау башланған. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре менән көрәшкә 35 берәмек техника, 65 кеше йәлеп ителгән.  

Алдан хәбәр ителеүенсә, әлегә билдәһеҙ шәхестәр магистраль торбанан нефть продукты урлашырға маташыуы һөҙөмтәһендә һауаға көкөрт водороды ташланды, тупраҡ бысранды. Парға әйләнгән матдәләрҙең атомосфераға эләгеүе сәбәпле, Дим районы һәм яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр тәүлектән ашыу  көслө химик еҫ аҫтында ҡалды. Сергеевкала йәшәүселәрҙе хатта, эвакуацияларға тура килде. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, авариянан һуң һауала көкөрт водороды күләме рөхсәт ителгән дозанан 170 тапҡырға артты. Был күрһәткес әкренләп кәмей. Ғәҙәттән тыш хәл экологтар күҙәтеүендә ҡала.
Нина Никандрова, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәткәре: «Баланово ауылының Янғантау урамындағы 41-се йортта был күрһәткестең рөхсәт ителгән коэффициенттан 8 тапҡыр артыуы теркәлде. Левитан урамы 9-сы йорт янында 3 пдк. Төндә Сергеевка ауылының атмосфера һауаһынан да пробалар алынды. Бында көкөрт водороды рөхсәт ителгән коэффициенттан 10-12 тапҡырға юғары».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика