Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүсе Салиндарҙың йортонда янғын сығып, дүрт кешенән торған ғаиләнең ҡаралтылары тулыһынса янып бөтә

Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүсе Салиндарҙың йортонда янғын сығып, дүрт кешенән торған ғаиләнең ҡаралтылары тулыһынса янып бөтә 20.03.2017

Улар бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала. Янғынға электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булған. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Земфира ханым тормош иптәше менән көн һайын көл-күмергә әйләнгән нигеҙҙәренә килә. Ғаилә һаман да тотош донъялары үртәлеп, урамда тороп ҡалыуҙарына ышана алмай. Өҫтәрендә бер ҡат кейем, ҡулдарында бер ниндәй документ юҡ. Янғын сыҡҡанда өйҙә берәү ҙә булмай. Хужабикә күршеләрҙән ҡайтыуына ут йортто ялмап алған була.
Был урында аш-һыу бүлмәһе булыуын ҡоромға әйләнгән һауыт-һабалар ғына хәтерләтә. Бер нисә көн элек кенә ғаилә ейәнсәрҙәренең тыуған көнөн тап ошонда үткәргән. Күптән түгел улар өйҙәренә капиталь ремонт та эшләгән.
Земфира Салина, зыян күреүсе: «Ун биш минут эсендә янып бөттө. Үҙем күршеләргә генә сыҡҡайным, урамдан ҡайтып килгәндә, кемдер мунса яҡҡан тип уйланым. Икебеҙ ҙә оло йәштәбеҙ, нимә генә эшләй алабыҙ инде».
Йорт-ҡураһын тәртиптә тотҡан уҙаман, ҡыҙы менән ейәнсәренә тип өйҙәренә төкәтмә төкәтеп, айырым ишек аса. Тик янғын ике яҡты ла аямай, ут ихаталағы ҡош-ҡорт һарайына ла күсә, хужалыҡтағы тиҫтәләп тауыҡ та  ҡырыла.
Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай шул. Салиндарҙың бер нисә минут эсендә йылдар буйы йыйған мөлкәте юҡҡа сыға. Әле әле ғаилә бер нимәһеҙ, бер ҡат кейемдә урамда тороп ҡалған.
Әле ғаиләгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан  ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн дөйөм ятаҡта урын бирелгән. . Салиндар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Экрандағы Һаҡлыҡ банкы картаһына аҡса күсереп,  бәләгә тарыусыларға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһыҙ.

4276 0600 2392 8081 (ҒӘЗИЗОВА ЛАРИСА)
+79371565723 (ЗЕМФИРА САЛИНА)

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку