Өфөнөң  Софья Перовская урамында һыу торбаһы ярылған 16.01.2016

Һөҙөмтәлә транспорт үткәреүсе оло юл һыу аҫтында ҡалған. Иртәнге сәғәт туғыҙҙарҙа ваҡиға шаһиты һыу үткәргестәге авария хаҡында ҡотҡарыу хеҙмәтенә һәм «Өфө һыу каналы» идаралығына хәбәр итә.

Яуаплы ойошма фаразынса, магистраль һыу үткәргестең торбаһы шартлаған. Авария урынына  «Өфө һыу каналы» һәм ҡала ҡотҡарыу хеҙмәте бригадалары килеп еткән. Һыу биреү ваҡытлыса туҡтатылған. Шуға күрә лә яҡын-тирәләге йорттар ваҡытлыса һыуһыҙ ҡалған.
Ринат Ҡарасурин, Софья Перовская урамында йәшәүсе: «Сәғәт-сәғәт ярым тирәһе көслө һыу ағымын туҡтата алманылар. Һыу каналынан бер түгел ике етәксе килеп китте. Нимәләр булып ятҡанын үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Урам тулы һыу, подвалдарҙы әйтеп тораһы ла түгел».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика