Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһындағы туғыҙ ҡатлы йорттарының береһендә үткән шәмбе кисендә яңы тыуған сабый табыла

Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһындағы туғыҙ ҡатлы йорттарының береһендә үткән шәмбе кисендә  яңы тыуған сабый табыла 07.11.2016

Һигеҙ айҙан етлекмәй тыуған малай әлеге ваҡытта баш ҡаланың 17-се дауаханаһының реанимация бүлегендә. Сабыйҙың хәле ауыр. Табиптар уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Сабый 17-cе дауахананың реанимация бүлегенә үткән шәмбе  ашығыс ярҙам машинаһында килтерелгән. Етлекмәй тыуған сабый ныҡ өшөгән, үҙаллы тын аламаған, табиптар тәүге ярҙам күрһәтеп йән индергән. Әлеге ваҡытта ул ҡалпаҡ аҫтында, малайға интенсив дауа бирелә. Эске органдар ныҡлы үҫешһен өсөн махсус зонт аша ашатыла.
Табиптар билдәләүенсә,һуңғы биш йылда  үҙ  сабыйын тыуҙырыу менән ташлап китеү осрағы күҙәтелмәгән. Ауыр хәлгә тарыусы йәш әсәләрҙе табиптар бындай аяныслы осраҡтар башҡа ҡабатланмаһын ине тип иҫкәртә. Баланы бағырға физик һәм рухи хәл ҡалмаған  алмаған осраҡта тапҡан сабыйҙарын урам саттарына ташлап кимәҫкә, ә бала табыу йорто һәм имсәк балаларҙы ҡарай торған йорттарға тапшырshға саҡыра.
Альбина Фәтихова, Өфөнөң 17-се дауаханаһы реанимация бүлеге мөдире: «Ҡәҙерле ҡатын -ҡыҙҙар,зинһар яңы тыуған сабыйҙарығыҙҙы ҡайҙа етте шунда ташлап ҡалдырмағыҙ. Ауыр тормош шарттарында ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар урам буйында йөрөргә тейеш түгел. Был осраҡта социаль учреждениеларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ».
Яңы тыуған баланы өсөнсө һәм дүртенсе ҡат араһындағы майҙанда күреп ҡалалар. Төнгө сменанан эштән ҡайтыусы ир сыйылдаған тауышҡа иғтибар итә һәм уның яңы ғына тыуған сабый икәнлеген асыҡлай. Кршеләр баланы биләй. Ир ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡыра.
Шаҡша ҡасабаһының Гвардейская урамының 28 йортонда балаһын ташлап китеүсе йәш әсәнең яҡындары ла йәшәй. Әсәһе асарбаҡ хәлендә йәшәүсе ҡыҙы хаҡында ишетергә лә теләмәй.
Кәкүк әсәне яҡындан-күреп белеүсе  ут күршеләре фекере.
Надежда Сиднева, Гвардейская урамында йәшәүсе: «Был ҡатын үҙенең генә түгел, әсәһенең дә йөҙөн ҡыҙарта. Дүрт йыл тирәһе бер ҡайҙа ла эшләмәй аҫарбаҡтар менән йөрөй. Тәүге тапҡан ир балаһынан баш тартҡас, бер туған һеңлеһе уллыҡҡа алды. Ә быныһын белмәйем».
Утыҙ өс йәшлек ҡатын амораль тормош алып барған. Яңы тыуған сабыйын подъезға ҡалдырып китеү осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башлаған.
Баланы табыу түгел - бағыу һөнәр икәнлеген бөтөнләй иҫәпкә алмаусы кәкүк-әсәгә ҡарата ниндәй хөкөм сығарылыры әлегә билдәһеҙ. Уның тәүбәгә килеүенә ышаныуы ла икеле.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку