Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә бөгөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә бәйле махсус күнекмәләр үтте 27.07.2017

Планға ярашлы баш ҡаланың янғын һүндереүселәренә иртәнге туғыҙҙа ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында ут сығыу тураһында мәғлүмәт килә. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына һанаулы ғына минуттарҙа килеп етә. Сауҙа үҙәгенән 3 тиҫтәләп кеше эвакуациялана. Урында халыҡ менән психологтар, табиптар эшләне.

Күнекмәләр планына ярашлы, шулай уҡ сауҙа үҙәгендә өс кешенең янғын ҡамауында ҡалыуы билдәле булды. Уларҙың береһе махсус кран ярҙамында ҡыйыҡ аша эвакуацияланды. Әйткәндәй, махсус күнекмәләр артабан Өфөнөң Дим биҫтәһендә үтеүе көтөлә. Бөгөнгө сарала бар талаптар ҙа теүәл үтәлде, тигән һығымталар яһалды. Быны белгестәр сауҙа үҙәгендә   хәүефһеҙлеккә бәйле инструктаждың дөрөҫ ойошторолоуына бәйләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика