Өфөнән Бүздәккә йәйәү

Өфөнән Бүздәккә йәйәү 04.10.2017

Баш ҡалаға йомош менән килгән автоһәүәҫкәр бер нисә минут эсендә тимер атынан ҡолаҡ ҡаға. 59 йәшлек ир машинаһын парковка урынына ҡуйғандан һуң, почтаға инә. Сығыуына автомобиль хужаһы кеҫәһендә асҡысы юҡлығын асыҡлай. Машина урынында булмай. Ун көндән енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре автомобилде алып ҡасыуҙа ғәйепләнеүсене ҡулға ала.

Тимур Чанышев, эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Ул Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 26 йәшлек егет. Был осраҡ буйынса һорауҙарға ул машина асҡысын асфальтта табып алдым, аҙаҡтан ҡабыҙып, йөрөп киттем тип яуапланы».
Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, енәйәтсе автомобиль туҡталҡаһынан бер миллион ике йөҙ мең һум торған «Митсубиси-Аутландер» автомобилен алып ҡаса. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ҡулға алыныусы дәүләт теркәүе номерҙарын төшөрөп, автомобилде һатырға уйлаған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Урланған автомобиль яҡын көндәрҙә хужаһына ҡайтарыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку