Өфөнөң Комсомол урамындағы 107-се йорт алдын ҡарҙан таҙартыу күмәк кеше ҡатнашлығындағы һуғыш менән тамамланған 09.01.2017

Ваҡиғаны күреүселәр әйтеүенсә, идарасы компания хеҙмәткәрҙәре эш барышында транспорт хәрәкәтен сикләп тора. Ләкин тап ошо саҡта урам эсенә ҡара төҫтәге «Лада Гранта» килеп инә һәм компания рәйесе әйтеүенә иғтибар итмәй, төпкә уҙа.

Артабан машина эсенән ике ир сығып ҡар таҙартыусылар менән һуғыша башлай. «Бәйләнештә» сайтының «БашДтп» төркөмөндә ҡуйылған видеояҙманан күренеүенсә, улар ҡорбандарына  битаға оҡшаш  таяҡтар менән ташлана.  Һөҙөмтәлә урында йәшәүселәр зыян күрә. Уларҙың береһененең башы йәрәхәтләнә, уға хирург ярҙамы күрһәтелә. Килеп тыуған хәл органдар тарафынан тикшерелә, «Лада Гранта»лағы ирҙәрҙең шәхестәре асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика