Өфөнөң Инорс биҫтәһендә өйөндә килограмм ярым наркотик һаҡлаусы енәйәтсе тотолған

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә  өйөндә  килограмм ярым наркотик һаҡлаусы енәйәтсе тотолған 21.12.2016

Тентеү ваҡытында  йортта  ун биш мең дозаға  иҫәпләнгән тилерткес  матдә табылған. Тыйылған матдәнең бер өлөшөн ул һыуытҡысында һаҡлаған. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ул төргәктәрҙе йәшерергә маташҡан мәлдә ҡулға алына. Ир үҙе әйтеүенсә, енәйәт эшенән баш тартырға күптән уйлап йөрөгән, әммә өлгөрмәгән.

Наркотиктар менән сауҙа итеүсегә ҡарата Енәйәт Кодексының 228-се статьяһына ярашлы, енәйәт эше асылған.
Владислав Ситдиҡов, Башҡортостанда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт идаралығы етәксеһе: «Еңел юл менән аҡса табыу ниәтендә  енәйәт  юлына баҫыусылар, ғәҙәттә, иртәме - һуңмы рәшәткә артына ултыра».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика