Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана

Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана 02.02.2015

50 йәшлек ирҙең кәүҙәһе гараж кооперативында сыҡҡан янғынды һүндергәндә табылған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, туғандары менән асыуланышҡан ир гаражда ҡунырға ҡарар иткән һәм эскән килеш  машина эсендә йылытыу ҡоролмаһын ҡабыҙған. Күҙалланыуынса, янғынға йылытыу ҡоролмаһының боҙоҡлоғо сәбәпсе булған. Утта шулай  уҡ «Ока» һәм «Ваз» автомобилдәре торған күрше гараждар ҙа зыян күргән. Янғын һүндереүселәр ут эсенән биш литрлыҡ дүрт газ баллонын сығарып өлгөрө. Кире осраҡта, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре тағы ла аяныслыраҡ булыр ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку