Өфөнөң Дим биҫтәһендә Хеҙмәт Геройҙары урамы йорттарының береһендә йәшәүсе ғаилә һөрөмдән ағыуланды

Өфөнөң Дим биҫтәһендә Хеҙмәт Геройҙары урамы йорттарының береһендә йәшәүсе  ғаилә һөрөмдән ағыуланды 30.01.2018

Шул иҫәптән, ике бәлиғ булмаған бала. Бәхетһеҙ осраҡты әле Тәфтиш комитеты белгестәре өйрәнә. Уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк. Төҙөлөш компанияһының ғәйепле булыуы ихтимал.

Бәхетһеҙ осраҡ Дим биҫтәһенең тап ошо йортонда теркәлә. Һөрөм еҫенән дүрт кешенән торған бер ғаилә ағыулана. Улар араһында ике бала ла бар.
Әлеге ваҡытта балалар Өфө дауаханаларының береһендә дауалана. Хәлдәре уртаса...
Бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле тикшереү эштәре башланды. Һөрөм еҫе сығыуына нимә сәбәпсе булыуы асыҡлана. Төҙөлөш компанияһы вәкилдәре йортта йәшәүселәр фатирҙағы елләтеү ҡоролмаларын һәм торбаларҙы үҙгәртергә маташыуҙарына бәйләй. Сөнки бығаса бер ниндәй ҙә аңлашмаусанлыҡ теркәлмәгә
Олег Филиппов, төҙөлөш ойошмаһы вәкиле: «Йорт икенсе ҡыш йылытыла. Етешһеҙлек була ҡалһа, күптән беленер ине. Шуға ла был осраҡта төҙөүселәргә япһарып булмай. Өҫтәүенә, был хәл бер фатирҙа ғына теркәлгән».
Ә гражданлыҡ яҡлау идаралығы бөтөнләй икенсе фекерҙә.
Яна Калинина, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Әлегә белгестәр быға йорт ҡаҙанлығы торбалары сәбәпсе булыуын фаразлай. Быға бәйле махсус комиссия ағзалары ошо уҡ стандартта төҙөлгән эргә-тирәләге башҡа торлаҡтарҙы ла ҡарап сыҡты. Газ ҡоролмаларынан тыш, елләтеү приборҙарын да тикшерҙе. Барыһында ла бер үк етешһеҙлектәр».
Нисек кенә булмаһын, күңелһеҙ осраҡ барыһын да хафаға һалды. Ярай әле, ҡорбандар теркәлмәне. Тәфтиш комитеты белгестәре сәбәпте асыҡлау бурысы ҡуйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку