Өфөнөң Дим биҫтәһендә Үҙәк урамы 33/4 йортта янғын 2-нән 3 майға ҡарата сәғәт төнгө икеләрҙә сыға

Өфөнөң Дим биҫтәһендә Үҙәк урамы 33/4  йортта  янғын 2-нән 3 майға ҡарата сәғәт төнгө икеләрҙә сыға 10.05.2016

Татлы йоҡоға  талған  дүрт ғаилә ут эсенән көскә сығып ҡотола. Йорттарҙа үҙәк һыу торбалары үткәрелгән булһа,  мөлкәтебеҙҙе һаҡлап ҡала алған булыр инек, ти зыян күреүселәр.

Был кешеләр аҙнаға яҡын урамда. Төнгө янғын улар йәшәгән йорттоң түбәһен юҡҡа сығарған. Ольга Шахтарина ғүмере буйы тимер юлында эшләгән. Торлаҡты ла хеҙмәт урынынан алған. Әлеге ваҡытта  йорт йәшәргә яраҡһыҙ. Һыуҙан дымланған түбәләр ишелергә генә тора.
Ольга Шахтарина, янғындан зыян күреүсе: «Миңә илле һигеҙ йәш. Йортобоҙҙа газ һүндерелгән, түбә  янып бөткән. Газ мейесе лә эшкинмәй. Уны яңынан тергеҙеү өсөн илле мең һум самаһы аҡса кәрәк. Газ ҡорамалдарына ла, түбәне ремонтлатырға ла хәлемдән килмәй».
79 йәшлек хеҙмәт ветераны  Мария Грачеваның да хәле шәптән түгел. Уның әлеге янғында бер юлы ике фатиры зыян  күргән. Фатирҙарҙы Мария Александровнаға тимер юлы ойошмаһы биргән. Ғүмере буйы поездарға сигнал биреп, намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сығыусы хеҙмәт ветеранының торлағы йәшәргә яраҡһыҙ. Ул ваҡытлыса тәҡдим ителгән торлаҡтан баш тартҡан.
Был йорттар 1957  йылда тимер юл эшселәренә барак тибындағы дөйөм ятаҡ булараҡ төҙөлә. Йылдар үтеп, ғаиләләр ишәйгәс йорттоң ҡыйығына ике төкәтмә төҙөлә. Янғын уның береһендәге соландан сыҡҡан. Наталья Иванованың йорт йыһаздары, кейемдәре менән бергә документтары көл-күмергә әйләнгән.
Наталья Иванова: «Йөрәк һаман йәшәгән йортома талпына. Әммә харабалар өйөмөн күреп ,төшөнкөлөккә биреләһең. Ҡотҡарыу хеҙмәте был сүп-сар өйөмөн беҙ үҙ көсөбөҙ менән сығарырға тейеш тип бара. Хәсрәтебеҙҙе бер кем дә ишетергә теләмәй».
1999 йылда бында һүтелмәй ҡалған бер-нисә йорт авария хәлендә тип таныла. Әммә үҙгәрештәр башланып, йорт тимер юлынан алынып ҡала ҡарамағына тапшырылғас яңынан йәшәргә яраҡлы тип табыла. Бында йәшәүселәр тимер сымдарының  иҫкереүен дәлилләй. Әммә урындағы хакимиәт быны инҡар итә. Ут һүндерелмәй ҡалған тәмәкенән тоҡанған. Янғында зыян күреүселәргә ярҙам итеүҙән бер кем дә баш тартмай. Емерелгән йортто көҙгә тиклем тергеҙергә уйлайҙар. Әлеге ваҡытта белгестәр ремонт сығымдарына смета төҙөй.
Людмила Моторина, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы  урынбаҫары: «Янғын урынын эксперттар тикшерҙе. Улар күрелгән зыян күләмен иҫәпләне. Аҡса бүленеү менән ремонт эштәре башланасаҡ. Фатирҙар хужалары идара итеү компанияһы эшмәкәрлегенән баш тартып, үҙаллы  идара иткән. Капиталь ремонт өсөн аҡса күсерелмәгәс, иҫәптәре буш».
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, янғындарҙың сәбәбе - электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш, йортта йәшәүселәрҙең иғтибарһыҙлығы. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү һәм эскелек. Йыл башынан алып республикала 1200-ҙән ашыу янғын теркәлгән.. Ҡотҡарыу хеҙмәте һәр ваҡыт рейдтар үткәреп тора, әммә үҙҙәренең, яҡындарының именлеге  һәм торлаҡ хәүефһеҙлеге өсөн йорт хужалары иң элек үҙҙәре хәстәрлек күрергә бурыслы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика