Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә ер убылған

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә ер убылған 26.11.2016

Кисә кис  Интернационал урамы 193\2 һанлы йорт ихатаһында «Лада Калина» маркалы автомобиль ер аҫтына китә. Авария урынына шунда  ҡотҡарыусылар хеҙмәте саҡырыла. Асыҡланыуынса, һыу үткәргес торбаһы ярылып  ер ҡатламы йыуылған. Соҡорға йыйылған һыу бер-нисә сәғәт дауамында һурҙырыла, эргәләге йорттарҙа һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү ваҡытлыса туҡтатылып тора.        

Галина Колпащикова Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе: «Ишегебеҙгә күршем шаҡып  бер машина ер аҫтына убылған, эргәһендә һеҙҙеке тора тине. Йүгереп сығып автомобилде ҡабыҙҙым. Пассажир ултырғысы яғынан  инергә тура килде. Бер тәгәрмәсе соҡорға төшөп бара ине инде. Күрше  тартып сығарып өлгөрҙө».
Убылған ерендә «Лада Калина» биш метр тирәһе ер аҫтына киткән. Мәғлүмәттәр буйынса тимер ат әлегә тиклем сығарылмаған. Уны ер менән күмеп ҡуйырға хәл ителгән. Өфөлә ер убылыу осрағы тәүгеһе түгел, әммә был тиклем үк күләмдә булғаны юҡ ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку