Өфөнөң Бессонов урамының 29-сы йортон үткән ял көндәре һыу баҫа

Өфөнөң Бессонов урамының 29-сы йортон  үткән ял көндәре  һыу баҫа 26.05.2015

Совет районында йәшәүселәр яҡшы ремонтлы фатирҙарын тәүлек әйләнәһенә аҡҡан эҫе һыу эшлектән сығарыр тип күҙ алдына ла килтермәгән.

Алтынсы ҡатта таңға ҡарай шартлаған  торбанан урғылған һыу ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер-нисә ҡаттағы фатирҙарға ағып төшә. Көслө  ағымды шунда уҡ килеп етеүсе коммуналь хеҙмәттәр ҙә тиҙ генә туҡтата алмай. Бында йәшәүселәр әйтеүенсә, бер йыл элек  йортта капиталь ремонт үткәрелгән була. Әммә үҙ фатирында сауна эшләгән хужаларҙың ҡорамалдар  баҫымы тап килмәүҙән торбалар ярыла.
Рәмилә Батраева, һыу баҫыуҙан зыян күреүсе: «Ун икенсе яртыла шылтыраттылар, мин ун икегә килеп еттем. Ошондай хәлде күрҙем. Булған ремонтыбыҙ юҡҡа сыҡты. Һыу ағып мебельде вис бөтөрҙө».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку