Өфөнөң Амур урамы бөгөн исеменә тура килгән йылғаға әйләнде

Өфөнөң Амур урамы бөгөн исеменә тура килгән  йылғаға әйләнде 28.12.2015

Шәхси йорттар урынлашҡан районда ер аҫтынан үтеүсе һыуыҡ һыу торбаһы шартлай. Һөҙөмтәлә ҡышҡы ташҡын  торлаҡтарға үтеп инә.

Урындағы халыҡ аңлатыуынса, ташҡындар бында даими теркәлә. Быйыл ғына был өсөнсөһө тип зарлана Амур урамыныҡылар. Улар фекеренсә, бәлә торбаларҙың иҫке булыуында, ләкин таушалған коммуникацияларҙы ла еренә еткереп йүнәтмәйҙәр, эш бары тик бөкө тығыу менән сикләнә, ти урындағылар. "Өфөводоканал"да иһә бының менән риза түгелдәр. Предприятие вәкиле торба иретеп-йәбештереү ысулы менән ремонтланыуын аңлатты. Бынан тыш, был участкала ошо төр ваҡиғалар ул тиклем йыш булмай тине.
Мария Шерекина, «Өфөводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге белгесе : «Мин белеүемсә, Амур урамы тирәһендә торба алты йыл эсендә өсөнсөгә тишелә. Инженер селтәрҙәре иҫке булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы йыш алмаштырып булмай, был ҡиммәт. Әлегә элеккесә гидромуфтаны ремонтлау ҙа ярҙам итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку