Өфөнөң Аксаков урамындағы 7-се йортта йәшәүсе ир сәнәғәт альпинисы менән шаярырға уйлай 17.03.2015

Ләкин  уйын фажиғәле тамамлана. Йорттоң фасадын ремонтлап йөрөгән эшсе юғарынан ҡолап дауаханаға эләгә.

Атайым бәләкәйҙән көслө булырға, ҡурҡыу белмәҫкә өйрәтте, ти 33 йәшлек ир. Ысынында Артем Савинов көс-хәл менән һөйләшә. Ул төрлө йәрәхәттәр менән эштән тура госпиталгә эләккән. Иң аяныслыһы  умыртҡа һөйәге һынған булыуы ихтимал, ти табиптар.
Әгәр ҙә компьютер томографияһында диагноз иҫбатланмаһа, тимәк, уның арҡаһы имгәнгән. Был да еңел  йәрәхәт түгел. Бер нисә ай дауаланырға тура киләсәк.
Яңыраҡ Артем Савинов сәнәғәт альпинизмы менән шөғөлләнеүселәр менән бергә баш ҡаланың Аксаков урамындағы 7-се  йортта ремонт эштәре алып бара. Юғары ҡатта саҡта йортта йәшәүселәрҙең береһе үҙенә иғтибар йәлеп итергә маташа.
Һөҙөмтәлә, арҡанды ҡырҡып, йортта йәшәүсе  фатирында йәшенә. Тиҙ ярҙамды хеҙмәттәштәре саҡырта. Билдәле булыуынса, фажиғәгә сәбәпсе иргә утыҙ йәш, ул икенсе ҡатта ҡуртымға алынған фатирҙа тора. Йорт хужалары әйтеүенсә, унда йәшәүселәр даими алышына.  
Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Әле тикшереү эштәре бара. Хоҡуҡ һағындағылар фекеренсә, бәғерһеҙ ирҙе ҡаты хөкөм көтә.
Валерий Шәрипов, юрист: «Сәнәғәт альпинисы хәүефле  һөнәр.  Шуға уларҙы төрлө аяныслы хәлдәрҙән страховкалайҙар. Был осраҡта төрлө статьялар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға мөмкин, шул иҫәптән «үлтереүгә ниәт» булған тип тә әйтергә була».
Зыян күреүсе сығымдарын ҡайтарыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итә ала. Әммә Артем Савинов енәйәтсегә хөкөм ҡарары сығарып,  компенсация түләнә башлауын көтөргә ваҡыт юҡ, ти. Сөнки ир ғаиләлә яңғыҙы эшләй, ҡатыны, ике йәшлек балаһы бар. Ауыр хәлдән сығыр өсөн Өфөнөң Киров районына ҡараған идарасы компания ярҙам итәсәкбеҙ тип вәғәҙәләй. Шулай ҙа Артем Савиновтың өмөтө ҙур: ул дауахананан тиҙерәк сығып эшкә кире ҡайтырға уйлай.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика