Өфөнөң 8-се март урамындағы янған йортта йәшәүселәр уҙған төндө тағы ла аяғүрә баҫып үткәрҙе

Өфөнөң 8-се март урамындағы янған йортта йәшәүселәр уҙған төндө тағы ла аяғүрә баҫып үткәрҙе 21.11.2015

Сөнки сәғәт ике менән өс араһында  уларҙы йәнә сирена тауышы уятҡан. Әммә ысынбарлыҡта кемдеңдер янғын һүндереүселәрҙе шаяртып саҡыртыуы  асыҡланған. Быны сираттағы тапҡыр хужаларҙы ҡурҡытырға теләү менән аңлатырға мөмкиндер.

8-се март урамындағы 28/4-се йортта йәшәүселәр үҙҙәренен дары мискәһе өҫтөндә йәшәгән кеүек хис итә. Ни өсөн тигәндә, уларҙың барагы, йәғни өй аҫтындағы ер участкаһы кемгәлер тынғылыҡ бирмәй. Шунлыҡтан октябрь башында был йорттоң соланында янғын сыҡҡайны инде. Ә уҙған төндө йортта йәшәүселәр йәнә аяғүрә үткәрҙе. Сөнки кемдер шаяртып янғын һүндереүселәрҙе саҡыртҡан.  Хужалар әйтеүенсә, был  ҡурҡытыу ниәте менән башҡарылған эш.
Октябрҙәге янғынды тикшереү һөҙөмтәләре йортҡа кемдеңдер ут төртөүен күрһәткән. Шуға күрә лә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әммә дәлилдәр була тороп та  әлеге ваҡытта ғәйеплене эҙләү буйынса бер ниндәй ҙә эш алып барылмай, тип зарлана хужалар.
Сергей Тыртышный, йортта йәшәүсе: «Бөгөн төндә теркәлгән осраҡты беҙ йортта йәшәүселәрҙе ҡурҡытыу ниәте менән башҡарылған эш тип уйлайбыҙ. Бындай шылтыратыу хужаларҙың тиҙерәк күсеп китеүенә һәм ер майҙанын таҙартыуға йүнәлтелгән. Әммә хоҡуҡ һағында тороусылар ни өсөндөр ут төртөүсене асыҡларға ашыҡмай».  
Зыян күргән йортта баш ҡаланың Совет районы хакимиәте ярҙамы менән бер аҙ ремонт эштәре башҡарылған. Әммә ҡором еҫе  ҡасандыр бында янғын булыуын оноторға ирек бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан баракта тороусылар проблеманың ыңғай хәл ителеүенә өмөтләнә. Улар яңы фатирҙарға күсергә, һис юғында ошонда ла тыныс тормошта йәшәргә хыяллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку